

«Юшатыр» алдараҡ белдереүенсә (“Һин беҙгə бик кəрəк, фельдшер!”, үткән һан), Яҡуп ауылында уңышлы ғына эшләп йөрөгән фельдшерҙары - Булат Фәйзуллин һуғышҡа китте.
Был яңылыҡты яҙып та өлгөрмәнек, Ҡорбанғәли Сөләймәнов, беҙҙең даими уҡыусы, шылтыратты ла:
- Мин оло йәштәмен, ауылдарҙа, башлыса, ололар ғына ҡалып бара. Булатыбыҙ китте, беҙ унһыҙ бик ҡыйын хәлдә ҡалдыҡ – беҙҙе хәҙер кем ҡарар? Яҡуп, Сандин ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә ине. Мин Ермолаево дауаханаһына шылтыратып ҡараным, унда, бик булмаһа, Яҡшымбәт фельдшеры һеҙгә лә йөрөп эшләр, әгәр үҙе риза булһа, тип әйттеләр. Сөнки, беҙҙә эшләгән өсөн түләнгән аҡсаһы бик аҙ буласаҡ икән.
Теманың дауамы гәзиттә киләһе һанда баҫыла.
Алдараҡ: Булат Файзуллин уехал в зону СВО