

Ауыл башлыҡтарынан күптәр шулай ти. Туйҙым, кеше бәләһе тип йөрөүҙән, ялыуҙар уҡыуҙан, уларға яуап биреүҙән, әрләшеүҙәрҙән, һыу, юл, ут тип сабыуҙарҙан. Һайлау мәле етәрәк, бындай әйтеүҙәр аҙая, күп башлыҡтар өндәшмәҫ була һәм... үҙенең кандидатураһын тағы ла күрһәтә - мин булмаһам, кем булһын?
Район ауыл советтарына 205 кандидат үҙен күрһәткән, ошолар араһынан кемдер ауыл башлығы булып китәсәк (иҫкеһе тороп ҡаласаҡ йәки яңыһы киләсәк). Был ерҙә талаш-тарҡыш булмаҫ, ауыл депутаты - ни аҡсаһы, ни даны юҡ тигән кеүек тойолһа ла, ауыл башлығы вазифаһы өсөн көрәш буласаҡ. Бөтөн ерҙә лә түгел (күп ауыл биләмәләрендә шыш-быш булмаясаҡ, әлбиттә), ике-өс ауыл советтарында, яғанан алыуға тиклем үк барып етмәһә лә, алышыу буласаҡ. Ниндәй ауылда урын бүлә алмайҙар, яҙып тормайбыҙ, һайлау бөткәсерәк яҙырбыҙ. Хәйер... уларҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.
Бөгөн район хакимиәтендә йәрәбә һалдылар. Кем ҡасан үҙенең агитация материалын гәзиткә бирә. 205 кандидат, шырпы ҡабындай ғына урынға, нимәлер тип маҡтап яҙып, үҙен һыйҙырырға тейеш.