Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
14 Сентябрь 2023, 08:25

101 йәшлек әбей ҙә һайлауҙарҙан ситтә ҡалмаған

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылынан 101 йәшлек Мөкәрәмә Исхаҡова ла һайлауҙарҙа ҡатнашҡан.

Был турала Күгәрсен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә:

- Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы Исхаҡова тәүҙә - Тәүәкән мәктәбендә, ә һуңынан Теләүембәт мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләй. Ул - хеҙмәт ветераны һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.

Афарин, Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы!

Фото: https://vk.com/mrkugarchigrouprb

#БашкортостанВыборы2023

Автор:
Читайте нас