Бөтә яңылыҡтар
Һайлау
22 Сентябрь 2023, 10:00

Бергә булайыҡ

 Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығын һайлау бөгөн 16.00. сәғәттә була.

Бергә булайыҡ
Бергә булайыҡ

Үткән аҙнала республикабыҙҙың бар төбәктәрендә лә һайлауҙар үтте.

Мин дә Яҡшымбәт ауыл биләмәһенең Ҡотлоюл ауылы участкаһы буйынса депутатлыҡҡа кандидат булып барҙым. Һайлауҙарҙа үтмәһәм дә, миңә ышаныс белдереп тауыш биргәндәре өсөн ихлас ҡыуанам һәм ауылдаштарыма, шулай уҡ үҙ бурыстарын үтәргә килгән барлыҡ халыҡҡа ысын күңелдән ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Барыһына ла уңыштар, ғаилә бәхете, именлек теләйем. Алла бирһә, киләһе һайлауҙарҙа һеҙҙең ышанысығыҙ, ярҙамығыҙ менән депутатлыҡҡа үтермен тип ышанам. Әгәр ҙә һорауҙарығыҙ, проблемаларығыҙ булһа әле лә ярҙам итергә әҙермен. Киләсәктә лә бергә һәм берҙәм булайыҡ.
Инсаф ЯМАНҺАРОВ, Ҡотлоюл ауылы.

Редакциянан: Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығын һайлау бөгөн сәғәт 16.00. сәғәттә була. 

Автор:
Читайте нас