Үрге, Түбәнге һәм Урта Бабалар, Көйөргәҙе, Яҙлау ауылдарында әле ишек туҡылдатыуҙар йышайҙы, һайлау буйынса аңлатма биреп, өндәп, обходчиктар йөрөй.
Был яҡтағы халыҡҡа, хәйер, барыһын һөйләп, сәйнәп ҡаптыраһы түгел - аңлы кешеләр йәшәй, шулай ҙа, ҡыҙҙарҙы ихлас ҡабул итәләр, иң мөһиме буҫаға аша алама хәбәр кермәһен, ишек шаҡыған һәр бере һөйөнөслө яңылыҡтар ғына алып килһен.