Бөгөнгө көнгә обходчиктарым Нурзиә Әхтәмова һәм Гүзәл Мөхәмәтшина менән Илкәнәй менән Ҡарағай ауылдарын йөрөп бөттөк тә инде. Халыҡ сәйәси сараның мөһимлеген яҡшы аңлай һәм мәғлүмәт еткереүселәрҙе ыңғай ҡабул итә. Хатта араларында сәй ҙә тәҡдим итеүселәр бар. Халыҡтың алсаҡлығын, юлдарҙың асыҡлығын күреп беҙ ҙә үҙ бурысыбыҙҙы дәртләнеп башҡарабыҙ, - ти 2514-се һайлау участкаһының комиссия рәйесе Светлана Әхтәмова.
Был темаға материалдар йома көнө гәзиттә баҫылды.