Беҙҙең Свобода ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған, барлыҡ ауылдарҙа ла: Свобода, Түкән, Кинйә-Абыҙ, Тимербай ауылдарында барлыҡ күренекле урындарҙа һайлауға саҡырыу рекламалары, белдереүҙәр яҙылып эленде.
Һайлау эштәре буйынса бик ҙур әҙерлектәр алып барылды, барлыҡ ауылдарға йөрөп халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирелде. Был ҙур эште алып барыуҙа, Свобода ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы Фәнис Мансур улы Рахманғоловтың өлөшө бик ҙур. Ул эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан, һәр бер ауылға шәхсән үҙе йөрөп, барлыҡ һайлау участкаларының әҙерлеген тикшереп, бик ҙур аңлатмалар бирҙе. Был эштәре менән Фәнис Мансур улы үҙенең оҫта белгес икәнен генә түгел, оҫта етәксе икәнен дә тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Ә инде Кинйә-Абыҙ ауылы биләмәһенең һайлау участкаһы председателе Биктимирова Гүзәлиә йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бик ҙур яуаплылыҡ менән һайлауға әҙерләнә, барыһына ла өлгөрә.
Беҙ ауыл халҡы барыһына ла был эштәрҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Ә инде изге Рамаҙан айында һайлап ҡуйған президентыбыҙ, алдағы йылдарҙа ла халыҡтың тормошон, көнкүрешен үҙгәртеп, яҡшы яҡҡа ғына алып барһа ине, тип ышанабыҙ.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйә-Абыҙ ауылы