Иң тәүгеһе кем булыр икән тип ултырған комиссия ағзалары был парҙы күргәс тә йылмайып ебәрҙе - Минебаевтар. Ауылдағы иң әүҙем ғаилә иң тәү булып килмәһә, тағы кем килһен?
Камил ағай менән Зөлмирә апай ғүмере буйы колхозда эшләп, ялға сыҡҡан кешеләр, эштә лә һынатмай, ижтимағи тормошта ла ситтә ҡала торған ғаилә түгелдәр.