Үҙ ғүмерендә һайлауҙарҙың төрлөһөн күп күрҙе ул, совет заманында ла, әлеге, капитализм заманындағын да.
Шулай тәрбиәләнгән кеше: кәрәк икән, тимәк, кәрәк тигән принцип менән йәшәгән быуындан ул. Бөгөн дә, алдан уҡ әҙерләнеп (һайлауҙар - етди сара), Яҡуп ауылындағы һайлау участкаһына килде, тауышын бирҙе. Бурысы төштө. Алдағы буласаҡ бик күп һайлайҙарҙа ла ҡатнашырға яҙһын һиңә, инәй.