Һайлау
15 Март 2024, 09:12

Вот вам хайлау

Беҙҙең һайлау участкаһы ҡаланың унынсы мәктәбендә.

Вот вам хайлауВот вам хайлау
Вот вам хайлау
Иртә таңдан барманым, халыҡ шығырым булыр тип ҡот осто, көтөңкөрәп, төшкө мәлдә генә керәйем тиһәм... Кеше күп кенә һаман. Ишек төбөндә волонтерҙар тора, ниндәй магазинда ташлама яһайҙар, нисек итеп нимәләр отоп була - барыһын теҙеп торалар. Исемлектә Әкиәт магазины ла бар, берәүһе дәртте һүндерҙе, был магазинда ташлама яһамайҙар, исемлеккә беҙҙе яңғылыш кереткәндәр тип ишектән кире бороп торалар ти. Ярар, хилаф юҡ, Фикс-Прайсына барырбыҙ, Листопадҡа кереп, арзаныраҡ хаҡҡа ашап сығырбыҙ. 
Фатир, машина. Бына нимәләрҙе оторға кәрәк! Күбеһенең уй-хыялында автомобиль да фатир, уныһы, етмәһә, Өфөлә, Ермолайҙа ла, Күмертауҙа ла түгел. Машинаның, исмаһам, Грантаһы эләккәндә лә ярап ҡалыр ине, уның да хаҡы хәҙер янына яҡын барырлыҡ түгел. Бәлки, Сочиға путевка отоп ҡуйырмын, уныһын ике кешелек итеп бирәләрме икән, юҡһа, ҡатын бер үҙемде ебәрмәҫ ул. Уны ла, ҡурҡмайынса, әллә кемдәр араһына бер үҙен ебәреп ятып буламы. 
Тауыш биргәндә бюллетендәр төрлө телдә икән, күрше ҡатын (һайлауҙа осраштыҡ) милләте менән татар, унан ниндәй телдәгеһен бирәйек тип һорағас, бер аҙ ҡаушап ҡалды, ахры, әллә тине. Татарса ал тинем. Ниңә? Татар теле әле кәрәк икән тиһендәр. Үҙемдән һорамаҫ борон әйттем: миңә башҡортса итеп бирегеҙ. 
- Вот вам хайлау , - тине мәрйә ҡатын.   
Һайланым. Көтәм: бәхет мине лә һайламаҫмы икән? Фатир, машина, диңгеҙгә путевка отҡандар исемлеге араһына минең дә исемде ҡушып ҡуймаҫмы? 
Автор:
Читайте нас