Все новости
Һайлау
16 Марта , 13:46

Бала бәхетенән айырмаһын

Беҙ әгәр Ҡаҙарма ауылы тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, мотлаҡ ошо турала ла әйтергә тейешбеҙ.

Бала бәхетенән айырмаһын
Бала бәхетенән айырмаһын
Иң күп бала тапҡан ауыл ул. Бының серен, феноменын береһе лә белмәй, әммә факт: Кинйәбайҙа балаларҙы күпләп табалар (берәй ҡасан статистар быны белеп ҡалыр, бәлки, һәм Рекорд китабына индерерҙәр).
Бөгөн һайлауға йәштәр килде. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, күп балалы ғаиләләр - Юнир, Гөлиә Ғәббәсовтар, Юныс, Гөлиә Абдуллиндар. 
Уларға ҡарап тороуҙары күңелле, тыштағы яҙ күңелгә үтеп ингәндәй: бындайҙар булғанда, тимәк, киләсәгебеҙ бар. Ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, ҡағыҙҙан, ғөмүмән, һайлауҙан арыған комиссия ағзалары йылмайып, ошоно теләне: бала бәхеттәренән айырмаһын һеҙҙе, ауылдаштар! 
Автор:
Читайте нас: