Все новости
Һайлау
16 Марта , 16:49

Бала саҡҡа ҡайтыу

Ниндәй генә байрам-сара үткәрмә, балаларға көс төшә.

Бала саҡҡа ҡайтыу
Бала саҡҡа ҡайтыу
Һәр ваҡыт шулай: кемдер ҡайҙандыр ҡунаҡ булып килә, мәҫәлән, балалар тора көтөп, яфаланып, йыр-шиғырҙың һүҙҙәрен онотоп ҡуймайым тип ҡурҡып. Ярар, теге юғары ҡунаҡ ваҡытында килһә, әллә күпмегә һуңлай торған була ундайҙар. Башҡасараҡ байрамдары ла бала-сағаһыҙ үтмәй, мотлаҡ улар унда булырға тейеш. Ҡай саҡ баланың күҙҙәре ошолай ялбара: үҙегеҙ генә үткәрһәгеҙ булмаймы ошоно, ниңә беҙҙе этләтәһегеҙ? 
Яҡуттағы бөгөнгө байрам - бөтөнләй башҡаса байрам. Балалар үҙҙәре теләп алдан уҡ килеп торғандар - Наурыз. Төрлө уйындар уйнағандар, уҡтан атҡандар. Уйын тигәндән, ололар балаларҙан күберәге, үҙҙәре уйнап мәж килгән. Һәр кемдең, аҙға ғына булһа ла, бала сағына ҡайтып килгеһе килә. Өлкән апай-ағайҙарҙың был теләге бөгөн тормошҡа ашҡан: кире бәпес булғандар. 
Автор:
Читайте нас: