Һайлау
16 Марта 2024, 03:14

Бер юлы ике яҡтан

Уларҙы гел ике яҡҡа тартҡылайҙар.

Бер юлы ике яҡтанБер юлы ике яҡтан
Бер юлы ике яҡтан
Һеҙ бит ҡала кешеләре, Күмертауҙа йәшәйһегеҙ тип, ҡалала ниндйҙер милли сара буламы, мотлаҡ Ғәббәсовтарҙы ҡатнашығыҙ тип, әйҙүкләй башлайҙар.
Район да уларҙы тыныслыҡта ҡалдырмай: һеҙ бит районда эшләйһегеҙ, әйҙәгеҙ, беҙҙең сарала ҡатнашығыҙ...
Бүтән ғаилә булһа, бәлки, күрмәҫтәр ҙә ине, ә Лена менән Илмир икеһе лә талантлы кешеләр, ҡыҙҙарының да, үҙҙәренә оҡшап, белмәгән һөнәре юҡ, сәхнә өсөн генә яратылған ғаилә тиерһең. 
Әлбиттә, Ғәббәсовтар ҙа кисә, күмәкләшеп, Һайлауға барҙы. "Артта ҡалыу юҡ" ти был сәфәр хаҡында үҙҙәре. Алдағы ғүмерҙәрҙә бер ҡасан да, бер кемдән, бер нимәнән артта ҡалмай йәшәргә бойорһон ине. Һәм тағы бына нимә: ике яҡҡа тартҡылаған кеүек, ике яҡтан да уңыштар ишелеп килеп торһон, бәхеттәрегеҙ икегә ҡабатланһын. 
Автор:
Читайте нас