Һайлау
16 Март 2024, 06:40

Президент Ҡаҙарманы ла уйлар

- Кинзябаево говорит - почему Юшатырь нас не выставил?

Президент Ҡаҙарманы ла уйларПрезидент Ҡаҙарманы ла уйлар
Президент Ҡаҙарманы ла уйлар
Кинйәбайҙы һуңыраҡҡа ҡалдырғайныҡ, онотманыҡ, кисә үк мәғлүмәт ебәрһәләр ҙә, саҡ ҡына торараҡ баҫырбыҙ тип уйлап ултыра инек. Бөгөн бына ошондай һорау килгән, үҙебеҙҙә аҙыраҡ ғәйеп тә тойҙоҡ, әлбиттә.
Ысынлап әйткәндә, ҡаҙармалармы һуң онотолоп ҡала торған халыҡ? 
Теттереп донъя көтөп яталар, был ауылға килгән һайын һоҡланып ҡайтабыҙ, тәбиғәте ниндәй, ә кешеләре? Береһенән-береһе матурыраҡ.
Быйыл, Аллаһ бирһә, мәсет төҙөргә торалар, зыяраттарын яңырттылар, шөкөр итеп йәшәй торған ғына саҡтары. Бына юлдарын да әҙәм төҫөнә керетһәләр, бөтөнләй ғәләмәт була. Был хыялдары ла бер саҡ тормошҡа ашыр тип өмөт итә Кинйәбай ауылы, ә уңарсы Президентты һайлайҙар, яңы килгән ил башлығы, моғайын, Кинйәбай тураһында ла уйлар, онотмаҫ. 
Автор:
Читайте нас