Һайлау
16 Март 2024, 08:11

Сәбәп булыр

Йәл, ҡул-аяҡтар бәйләнгән саҡ.

Сәбәп булырСәбәп булыр
Сәбәп булыр
Һайлауға бәйле мәҡәләләрҙе, күбеһенсә, урында ултырып эшләргә кәрәк. Күңел тышҡа ныҡ тартылһа ла (ҡояш, яҙ еҫе), башҡаса әмәл юҡ, ҡайҙалыр сығып әйләнгәндә лә йыраҡҡа сығып китеп булмай, йә эҙләй башларҙар. 
Юғиһә, Яңы Морапталға, һис шикһеҙ, барып етер инек. Самауыр сәйе эсергә, тәмле бәлештәрен ашарға. Әле бына шул турала, тәмләп һөйләп, фото-видео ебәрҙеләр, үкенес артты ғына.
Һайлауҙар үтер (был донъяла барыһы ла үтә, бөтәһе лә ваҡытлыса), бығауҙар сиселер, Яңы Морапталға ла барыр сәбәп табылыр. Иҫәнлек кенә булһын.  
Автор:
Читайте нас