Белеп-ишетеп-күреп торабыҙ, әммә уларҙы юҡ-барға бимазаларға ҡул бармай, тел бармай. Туғандарын туйғансы күрһен, аралашһын, танһыҡтары ҡанғансы тыуған ил буйлап йөрөһөн... Һалдатта беҙҙең ҡайғымы ни?
Әле лә, һайлау ҙа һайлау тип өтөп алып барғандарында ла (һайлап торған һалдат кәрәк), бер ҡолаҡтан керҙе икенсеһенән сыҡты кеүек булды. Дөрөҫ, бер ауыл менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, шулай-шулай, һеҙгә ялға яугир егет ҡайтҡан икән... Силсәүит тә һорап аптырата, әле ул туғандар буйлап ҡунаҡ булып йөрөй, тинеләр, бушағас, һайлар.
Яҡшымбәт һалдаты аҙға ғына булһа ла бушаған. Бөгөн ул һайлауға килгән. "Хан" ҡушаматлы.