Все новости
Һайлау
17 Марта , 09:29

Гел бергә

Алты бала тәрбиәләгән Собханғоловтар ғаиләһенә күптәр һоҡланып ҡарай.

Гел бергә
Гел бергә

Бар ерҙә лә, һәр саҡ бергә улар. Ялда ла, эштә лә берҙәмдәр.
Һәр ялдарын фәһемле, файҙалы итеп үткәрергә тырышҡан ғаилә һайлауҙарҙан да ситтә ҡалманы.
- Һайлауға барырға балалар үҙҙәре теләк белдерҙе, барыһын күреп, белеп үҫһендәр, тип уларҙың теләген хупланыҡ. Ҡыҙғанысҡа бар ғаилә менән барып булманы, сөнки тормош иптәшем Мөнир эштә, улыбыҙ Фәнзил Кушнаренкоға ярышҡа китте. Һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәптә был көндө ҡышты оҙатыу байрамы гөрләй ине, тәү ҡарашҡа бик етди, яуаплы сара балалар өсөн ысын байрамға әүрелде лә ҡуйҙы. Күңелдәребеҙ булып, илебеҙ киләсәге өсөн үҙ тауышыбыҙҙы биреп ҡайттыҡ,- ти Илүзә Собханғолова.

Автор:
Читайте нас: