Все новости
Һайлау
17 Марта , 17:21

Өс көнлөк донъя

Һайлауҙарҙы үтте тиһәк тә була.

Өс көнлөк донъя
Өс көнлөк донъя

Йүгерттеләр генә (тәүлектәр буйы өҫтәл артынан тормай ултырһаң да, меңәр саҡырым юлдар үткәндәй, хәлдән тайылды). Өс көн - өс ғүмергә торошло булды ла ҡуйҙы. Участкаларҙа бейенек, йырланыҡ, аттарға ултырып, кемдер ҡыргиҙгеҙстә, килдек, ҡулдарға беләҙек таҡтыҡ (магазинда икмәк-тоҙға аҙ-маҙ ташлама булыр), бүләк оттора торған купонын алып, көндәр буйы сайттарына керә алмай аҙапландыҡ (бәлки, отоп ҡуйырмын).
Һайлауҙарҙы, "Юшатыр" гәзите, ҡоласы еткәнсә, яҡтырта барҙы, дөрөҫ, бөтәһенә лә етешеп булманы. Беҙҙе тын да алдырмай, фото-видео, башҡа мәғлүмәттәре менән бүлешкән, өҙмәй ҙә ҡуймай, баҫтырыуҙы һораған дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт тибеҙ (теге Рахмат кеүек булдыра алмайбыҙ - уларҙыҡы һымаҡ елле бүләктәребеҙ юҡ). Эльза Васильева, Ирина Ибраһимова, Рәмилә Ноғоманова, Урал Ибраһимов, Рәжәп Бәлхиев, Венер Хәмитов, Азат Ғәлиев, Данил Акилов, Гөлдәр Алсынбаева, Рәмзиә Әбйәлилова, Светлана Әхтәмова.... Кемдәрҙер ебәргән мәғлүмәтте ҡуйып өлгөрмәнек, ғәфү һорайбыҙ, әммә бар ебәрелгән хат-хәбәрҙәр беҙҙең өсөн ныҡ ҡәҙерле, уларҙы һөйгәнебеҙҙән оҙаҡ көтөп алған хат һымаҡ ҡабул иттек.
Тормошта бөтәһе лә үтә, быныһы ла үтте. Хәҙер күпме кеше килгән, кем кем өсөн нисә тауыш биргән кеүек рәсми мәғлүмәтте бирәһе генә ҡалды, күрәҙәсе түгелбеҙ, әммә был өс көнлөк ғүмерҙең әле булыр һөҙөмтәһен әйтә алырбыҙ кеүек. Алыҫыраҡҡа ҡарарға ғына һәләт юҡ.
Йома-йәкшәмбе арауығында барған ығы-зығылар артта ҡалды. Артабан йәшәп киттек - өс көнлөк донъябыҙҙың ҡояшы әле байымаған.
Өс көнлөк был донъя, ғүмерҙе кем белә,
Әллә күпме, әллә әҙме беҙ,
Көн дә бер көн үтә,
Үтеп торған көндәр,
Бергәлектән генә йәмлелер.

Автор:
Читайте нас: