Һайлау
6 Сентябрь 2024, 14:45

Күҙҙәр

Икеһе лә бик мөһим эштә эшләй.

КүҙҙәрКүҙҙәр
Күҙҙәр
Бер урында. Шуғалырмы (ә беҙ беләбеҙ, уға ғына түгел), улар һәр саҡ бергә, айырылғыһыҙ пар. Эштә лә бергә, өйҙә лә, ял иткәндә лә... ялҡып китмәһегеҙме тип төпсөшкән булды, йәнәһе, ҡуйығыҙсәле, әллә нисә йыл бергә йәшәп, барыбер кеше бер-береһенән туя, ялҡа башлай. Ятһаң да шул, торһаң да шул. Ә һеҙ, күпме беләбеҙ, шунса йылдар берегеҙ икенсегеҙҙән бер тотам ҡалмай, күҙҙәрен алмай, бара бирә, әрләшеү түгел, ауыҙығыҙҙан ҡаты һүҙ ҙә ишеткән юҡ. Килешеп кенә, бер-берегеҙгә ярап ҡына, әлбиттә, күптәрҙе һоҡландырып, бәлки, көнләштереп тә (унһыҙ тормош бармай), йәшәйһегеҙ. 
...Бөгөн улар һайлауға ла бергә барған, һәр саҡтағыса, ҡыҙҙары ла улар менән. Был биш пар күҙҙәргә бағығыҙ ҙа, әйтегеҙ: ялҡҡан, арыған күҙҙәр ошолай янып торормо? Юҡ. Һайлауҙар үтер, көҙҙәр үтер, ҡыштары, яҙҙары... Был күҙҙәр бер-береһенә бағып, күбеһен һүҙһеҙ ҙә, ҡараштарҙан ғына аңлап, һаман бергә барырҙар. 
Автор:
Читайте нас