+22 °С
Ямғыр
Үҙ ғүмерендә һайлауҙарҙы күп күргән кеше, ошоғаса ғүмер йәшәп, уларҙы бер ҡалдырғаны булманы. Бына бөгөн дә, эште аҙаҡҡаса ҡалдырмай, участкаһына килгән. Кинйәбай ауылының киләсәге булһын, кешеләр тыныслыҡта, татыулыҡта, муллыҡта йәшәһен тип, бюллетенын төшөргән мәлдә теләктәрен теләгән Сәриә Ғәббәсова.