Все новости
Һайлау
7 Сентября , 11:28

Ағинәйҙәр - ауыл тотҡаһы

Улар булған һәр ауыл гөрләп йәшәй, тиһәк хата булмаҫ.

Ағинәйҙәр - ауыл тотҡаһы
Ағинәйҙәр - ауыл тотҡаһы

Ағинәйҙәр тураһында һүҙебеҙ, улар ауыл тотҡаһы кеүек. Берәй сара булдымы көләс йөҙҙәре, йәмле кейемдәре, моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән ауылдаштарының күңелен күрә улар.
Ҡотлоюл ауылы ла ағинәйҙәренән уңған ауыл, уларҙың ағинәйҙәрен инәй, тип әйтергә лә тел әйләнмәй, ҡыҙҙар кеүек үҙҙәре.
Бына бөгөн дә Ҡотлоюл ауыл ағинәйҙәре милли кейемдәрен кейеп, урам буйлап моң яңғыратып һайлауға килеп ингәс, тәү ҡарауға етди, яуаплы булған сара оло байрамға әйләнгән дә ҡуйған.

Автор:
Читайте нас: