Все новости
Һайлау
8 Сентября , 13:34

50 йыл бергә!

Был парҙар бөгөн кире йәшлектәренә ҡайтҡан - егет-ҡыҙға әйләнгән. 

50 йыл бергә!
50 йыл бергә!

Яңы Таймаҫ һайлау участкаһына үҙҙәренең Алтын туйҙарын билдәләгән парҙар Илдар менән Зөбәйҙә Абдуллиндар һәм Миңлеғәзиз менән Закир Зәйнуллиндар ҙа барған.

Вальста әйләнгәндәр, кәстүм-салбар, фата кейгән парҙарҙы ситтән күргәндәр "Кемдең туйы бара ул? Ниндәй йәштәр өйләнә?" тип аптырашҡан. Өйләнеүен өйләнмәгәндәр был парҙар, илле йыл элек үк булған туйҙары, ә бына йәштәр тигәненә барыһы ла риза булған - ысынлап та, уларға ҡарттар тип әйтһәң, гонаһ булыр. 

Автор:
Читайте нас: