Һайлауҙарға килегеҙ, бүләк була, фәлән дә төгән тип әйҙәһәләр ҙә, улар бушамай. Ауыл кешеһе - ҡаланыҡы түгел, дивандан торҙо ла, паспортын алды ла сыҡты ла китте булмай, кемде яландағы эше тота, кемеһелер көтөү көтә. Малдарға, бер ҡайҙа ла ҡасмай тик кенә тороғоҙ, мин хәҙер һайлауға барып ҡына киләм тип әйтеп булмай.
Ҡаҙармаларҙың был хәлен участкала ултырған комиссия ағзалары ла аңлай, сумкаларын тотҡандар ҙа яндарына киткәндәр.
Ғәббәсов Рәфискә барғандар (ул тракторы менән яланда эшләй), Хисамов Ришатты ла эҙләп тапҡандар, ул көтөү көтә. Шулай итеп, Кинйәбай ауылы халҡы бөгөн һайлауҙарҙы йомғаҡлап ҡуя - эш тә эшләнде, кандидат та һайланды.