Һайлау
8 Сентябрь 2024, 04:20

Көнөбөҙ уңышлы буласаҡ!

 Бөгөнгө көндә Фирҙәт ағайҙың улы махсус хәрби операцияһында ҡатнаша.

Көнөбөҙ уңышлы буласаҡ!Көнөбөҙ уңышлы буласаҡ!
Көнөбөҙ уңышлы буласаҡ!

Бөгөн, 8 сентябрь, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм Көйөргәҙе районы Советы депутаттарын һайлауҙарының өсөнсө көнөн дә Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре менән башлап ебәрҙек!
Тимәк, мотлаҡ көнөбөҙ уңышлы буласаҡ!

Иң беренселәрҙән булып Төхфәтуллин Фирҙәт Ғилметдин улы, Киров хужалығында плотник булып хеҙмәт итеүсе, үҙ тауышын бирегә килде. Бөгөнгө көндә Фирҙәт ағайҙың улы махсус хәрби операцияһында ҡатнаша.
Батырыбыҙ иҫән-һау булһын, еңеү яулап тыуған яғына тиҙерәк ҡайтһын тип ихлас теләп ҡалабыҙ.

Автор:
Читайте нас