+5 °С
Облачно
Таймаҫ ҡыҙы Рәсүлова Зөлфиә тауыш биреү өсөн тормош иптәше, өс балаһы менән Өфөнән ҡайтып еткән. Теркәлеү ерҙәре баш ҡалала булһа ла, улар алдан был хаҡта уйлап, тауыш биреү урындарын тыуған төйәктәре, яратҡан Таймаҫтарына күсереп ҡуйған. Тауыш биреүҙе матур сәбәп итеп тыуған төйәгенә ашыҡҡан улар.
Етмәһә, был матур көндө биҙәүсе йәнә бер күркәм сәбәптәре лә булған, Зөлфиәнең әсәһе Гәүһәр апай Хәмитованың был көндә оло юбилейы, 65 йәше. Һайлау участкаһына килеп ингәс, Гәүһәр апайҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағандар, уны ҙурлап ҡотлап, бүләкләп, күңелен күргәндәр.