Һайлау
21 Августа , 01:39

Сәйеңде ҡуйып көт

Яҡшымбәттең егет-ҡыҙҙары юлға сыҡты.

Сәйеңде ҡуйып көтСәйеңде ҡуйып көт
Сәйеңде ҡуйып көт

Ниндәй мәл ул -  Рәсәй Думаһына һайлауҙар. Сентябрҙә өс көн буйына, рәхәтләнеп, яйлап үҙебеҙгә оҡшаған кандидат өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Был көндәрҙә Яҡшымбәт биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы һайлау участкаларында музыка уйнар, Рәсим ҡурай тартыр, йәрминкәләр ҙә эшләп торор... Әммә уңарсы ла эштәре муйындан. Һайлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре әле ауылдар буйлап өй беренсә йөрөй. Юҡ, тегегә йәки быға тауыш бир тип береһен дә көсләмәй (һәр кемдең үҙенең башы бар, өгөтләү файҙаһыҙ), ә быйылғы һайлау нескәлектәрен әйтә, кемдер һайлауға теге йәки был сәбәп менән бара алмаһа, ғариза ала - үҙебеҙ килербеҙ, ҡайғырма, бабай-инәй, сәйеңде ҡуйып көт тә ултыр. 

Обходчиктар - ауылдың иң актив кешеләре, бер юлы кемдең нисек йәшәгәнен, ни менән тын алғанын да белә. 

Быға тиклем Яҡшымбәт нисәмә һайлауҙарҙы үткәрҙе икән? Һанап, осона сығырлыҡ түгел, уларҙың һәр бере тейешле кимәлдә үтте, шуныһы ғына билдәле. Быныһы ла үткәндәренән бер ҙә ҡалышмаҫ, ошоно яҡшымбәттәр тулы ышаныс менән әйтә ала.

 

Автор:
Читайте нас