Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
9 Август 2023, 14:13

Рәхмәт, Domestos

Күмертауҙың был мәктәбендәге бәҙрәф - донъялағы иң алама бәҙрәф тип яр һалғайнылар.

Рәхмәт, Domestos
Рәхмәт, Domestos

Ҡаланың 6 мәктәбендәге бәҙрәфте ошолай тип атауҙары тураһында алдан яҙғайныҡ. Бәҙрәфең кеше керерлек тә түгел, бик насар булғас, нимә эшләргә? Дөрөҫ, конкурста ҡатнашырға. 6 мәктәп тап шулай иткәйне лә, «Терпеть нельзя учиться» тигән Domestos компанияһы үткәргән бәҙрәфтәр конкурсында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Китте шау-шыу... Был мәлдәрҙе иҫләһә, мәктәп директоры М. Дерягина әле булһа ҡалтыранып ҡуя. Юҡ ғәйепте уның өҫтөнә яба башланылар. Шул саҡта беҙ уны осратып, әйткәйнек: һеҙ - һәйбәт кеше, дирекор булып яңыраҡ ҡына эшләй башланығыҙ, имеш-мимеш, ғәйепләүҙәргә иғтибар итмәгеҙ. Әйтеүе анһат, беләбеҙ, етәксе урынында булған кеше генә аңлар, нахаҡтан ҡотолоуҙары... Таҙа тәнгә бысраҡ кейем кейгән кеүек тояһың үҙеңде. 
Ҡыҫҡаһы, беҙ бөгөн Марина Владимировна янында булдыҡ. Бәҙрәфкә ремонт башлағандар, уны баштан-аяҡ яңырталар. Шуныһы ҡыҙғаныс: тик бер генә бәҙрәфкә ремонт эшләйҙәр, конкурстың шарттары шулай икән.
Domestos бәҙрәфте нисек яңыртҡан икән, кереп күреп сығайыҡ тиһәк... ишек ҡуйғандар, әлегә инергә ярамай, баҡһаң. М. Дерягина, ишектең күгәндәре ҡуйылғас, килерһегеҙ тине. Ҡатын тыныслана төшкән, ысынында, уны маҡтарға кәрәк - конкурста ҡатнашып, бәҙрәфен яңыртты. Бер генә бәҙрәфте булһа ни, унда бары тик отличниктар ғына йөрөр. Һәйбәт уҡыһындар өсөн шәп стимул. 

Афарин, Марина Владимировна, рәхмәт, Domestos!

Автор:
Читайте нас