Ермолаевоның был урамдары үҙ ғүмерҙәрендә күпте күрҙе, әммә аҙаҡҡы йылдарҙа кисергәндәре әллә нисә том китапҡа һыйырлыҡ тарих булыр ине. Әҫәрҙең жанрын, моғайын, трагедия тип атарҙар ине.
Маяҡ май заводы барлыҡҡа килеү менән урамдарҙың яҙмышы ҡырҡа үҙгәрҙе: уның буйлап завод машиналары йөрөй башланы. Китте ялыу-һыҡтауҙар ("Юшатыр" гәзите был турала, кәмендә, биш тапҡыр ғына яҙғандыр). Юлды бөтөрөүҙәре бер, саң туҙҙырыуҙары йәнә бер бәлә - тын алырлыҡ түгел. Сығырынан сыға яҙған халыҡ юлды ҡаплайбыҙ тип өркөтөргә маташты бер ваҡыт.
Мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.