Бында төрлө ауылдарҙан һөт ташый торғайнылар. Әле бер нисә йыл Мәләүез һөт-консерва комбинатының ошо бинаһы ябыҡ тора.
Районда кооперативҡа берләшеү эше башланғас – ауыл өсөн тере ҡалырға башҡа юл юҡ тиҙәр, район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов был бинаны һатырға уйламайҙармы икән тип, (һөт йыйыу, эшкәртеү өсөн әҙер бина бит) хужаларына шылтыратып ҡараған. Мәләүез һөт-консерва комбинаты директоры Лариса Малахова: «Һатмайбыҙ ҙа, һатырға уйламайбыҙ ҙа», - тип яуап биргән.
Бәтәс, был нәмә була ул - не себе не людям тигән һымаҡ, беҙгә бирһә һәйбәт булыр ине лә баһа, юғиһә, һалам өҫтөндәге эт һымаҡ яталар, тип аптырап, беҙ Лариса Георгиевнаның үҙенә шылтыратып ҡарарға булдыҡ.
- Ул беҙҙең шәхси милкебеҙ. Көйөргәҙе районында йүнләп һөт йыя алманыҡ, йыйырлыҡ һөт булманы. Шуға беҙгә ундағы бинаны ябырға тура килде. Был һөт юҡлыҡ Көйөргәҙе районында ғына түгел, әлбиттә. Бына беҙгә һөттө Татарстандан алып ҡайтырға тура килә, хатта. Мин ул бинаны һатмайым да, бер кемгә лә булғанды ҡыйратырға ла бирмәйем. Беҙ үҙебеҙ ҙә унан бер ҙә генә китергә йыйынмайбыҙ. Көйөргәҙе ере мал аҫрарға, мал үрсетеүгә бик тә ҡулайлы урында урынлашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ мал тотмай, һөт етмәй. Бына арыу ғына, эшләрҙәй кешеләр килһә, беҙ улар менән бергә эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Әлегә көтәбеҙ әле.
Бына ошондай ҡыҫҡа ғына, әммә күп мәғәнәгә эйә булған, уйланырға урын ҡалдырған яуап алдыҡ беҙ Лариса Малахованан.
2018 йылдың 26 ғинуарында "Юшатыр"ҙа баҫылған мәҡәлә был. Әле был һөт йыйыу пункты тағы ла иғтибар үҙәгенә сыҡты, барыбер ен эйәләтеп тора, бында юл буйы сервисы асһалар, ҡалай шәп булыр ине!
Теманың дауамы гәзиттә баҫыласаҡ.