БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
11 Октябрь 2023, 04:13

Поляк булғы килмәй

Эшкә тотондолар. 

Поляк булғы килмәйПоляк булғы килмәй
Поляк булғы килмәй
Күмертауҙың һуңғы йылдарҙағы иң бәләле еренә - автомобилдәр тығынын бөтөрөү өсөн күпер һалмаҡсылар. К. Маркс урамында, иҫке автовокзал янында, тимер юл аша ғүмер буйы машиналар сығып йөрөнө, бер мәл шуны япты ла ҡуйҙылар. Ҡалаға, бынан ары, тик бер урам аша ғына керергә мөмкин булды. Пушкин урамынан. Элекке башлыҡ Б. Беляев был эшкә ныҡлап тотонған һымаҡ ине, ҡапыл ғына килтереп сығара алманы, унан китеп барҙы...
Әле башлап торалар. Тимер юл аша тегеләй ҙә, былай ҙа сығырға ярамай - япҡандар. Эштең аҙағын 2025 йылдың ноябрь аҙағы тип күрһәткәндәр.
Эштәр өсөн яуаплы кешенең фамилияһы... Беҙ төрлө ғөрөф-ғәҙәткә ышанып барған халыҡ. Яҙыуҙы күргәс, йөрәк жыу итеп ҡалды ҡалыуын... Ватан һуғышындағы поляк урынына ҡалғы, алданғы килмәй. Хәйерлегә булһын. 
Автор:
Читайте нас