Все новости

Иблес менән килешеү

Йыртып астым күкрәгемде,

Иблес менән килешеү
Иблес менән килешеү

Йолҡом алдым йөрәгемде.
Ошолай тип яҙған ине Шағир. Әлбиттә, йөрәкте йолҡоп алдым тигәне тура мәғәнәлә әйтелмәй шиғырҙа. Бындай хәлде күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ә ысынбарлыҡта бындай хәлдәр була икән. Әллә ҡайҙа түгел, беҙҙең районда, Покровка ауылында. Һәм кеше үҙенең йөрәген йолҡоп алмаған, ауылдашыныҡын йолҡҡан.
26 февралдә ошо ауылда әсәһе менән генә көн иткән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән (юҡ-юҡта теге йәки был кешегә барып ниндәйҙер эштә ярҙам итешеп тамаҡ туйҙырған), элек хөкөм ителгән 47 йәшлек ир пенсионер ауылдашына ҡунаҡҡа бара. Ҡунаҡ ҡабул иткән бабай 1958 йылғы булған. Шешә асып, күңелле генә ултырған мәжлес бер мәл низағҡа барып етә, ҡунаҡ ир, оҙаҡ уйлап тормай, балта ала ла йорт хужаһын ошо ҡорал ярҙамында үлтерә (икенсе верия буйынса, улар бергә ултырмаған, ә был ир туп-тура ҡарттың йортона барып инә лә сапҡылай башлай) . Быныһы ғына аҙ булғандырмы, кеше үлтереүсе мәйеттең, күкрәген ярып, йөрәген дә йолҡоп ала. Һуңынан уны кешенең ошо органын автобус туҡталышында ашап торғанын күргәндәр. Ашап бөтмәгән өлөшөн янда торған ниндәйҙер әбейгә бирә: алып барып күмеп ҡуй. Был башҡа һыймаҫ ҡылығын ир былай аңлата: мин иблес менән килешеү төҙөнөм, ул миңә тап ошолай эшләргә ҡушты, имеш, кешенең йөрәген ашаһаң, үҙеңдең йөрәгең һауыға.
Енәйәтсе ҡулға алынған, Күмертау район-ара суды 2 мартта уны 2 айға, 29 апрелгә тиклем, ҡулға алырға тигән хөкөм сығарҙы. Артабан буласаҡ суд енәйәтсегә ҡарата күпме срок бирергә икәнен хәл итәсәк. Әйткәндәй, был ир психиатрҙа ла, наркологта ла иҫәптә тормаған.
Был ҡот осҡос енәйәт өсөн закон буйынса 6 йылдан алып, 15 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу ҡаралған.

Автор:
Читайте нас: