Все новости

Сабыр иткән – моратына еткән

Был юлдың сабырлығына иҫ китерлек.

Сабыр иткән – моратына еткән
Сабыр иткән – моратына еткән
Нисәмә йылдар көтә, илай-һыҡтай, әммә түҙә.
Таймаҫ юлы. Асфальт тураһында хыялланды, уныһы булмаҫ та инде, был хыялын күптән ерләне. Инде, ит булмағанда, үпкә лә аш тигән кеүек, Лена ауылына етә яҙғансы, ике ҡат итеп, ҡырсын түшәйбеҙ тинеләр, быныһы ла шәп эш, әммә уныһы ла һаман башланмай тора. Ҡыуаныслы хәбәр лә бар, ниһайәт, бөгөн грейдер булһа ла үтте. Тимәк, уның тураһында онотмағандар. Сабыр итергә кәрәк, тиҙҙән, бәхетенән булып, ҡырсынын түшәрҙәр, ә артығына өмөтө юҡ.  
Автор:
Читайте нас: