Тирмәләр буйлап китеп барам, береһенә туҡтап, бер сынаяҡ сәй бирмәҫһегеҙме, тип һораным. Юҡ, тине тирмә һағалап торған кемеһелер. Хәҙер начальство килә. Эй, шунда ғәрләнеүем! Был һабантуйҙар ябай эшсе өсөн үткәрелмәй, элек простой рабочий үҙе һыйланһа, хәҙер начальствоны һыйлау - төп маҡсат. Мин 40 йыл Мораптал тоҡомсолоҡ совхозында эшләнем (тәүҙә Каганович исемендәге хужалыҡ ине), әле миңә 87 йәш. Абдул ауылында йәшәйем.
Хат киләһе һанда гәзиттә баҫыла.