Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Күмертауҙа үткән ай аҙағында низағ булғайны, сит илдән килгән егет пистолет менән икенсеһенә янаған, атҡан, бәхеткә, тейҙермәгән.
Тәбризде (ғәйепләнеүсенең исеме шулай) машина менән суд алдына килтергәс, ул тәүҙә төшмәй ултырҙы: миңә журналистар кәрәк, һөйләр һүҙҙәрем күп. Әммә уны тыңлаусы булманы, алып кереп киттеләр. Тәбриздең туғандары килгән. Атаһылыр, моғайын, беҙгә ниңә фотоға төшөрәһегеҙ, ул, нимә, ауыр енәйәт ҡылғанмы ни, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Хәйер, беҙгә былай ҙа фотоға төшөрөргә ҡушманылар, ярамай тинеләр.
Көс-хәл менән (суд залына бары тик Арис ҡына керә тип әйткәйнеләр, тине беҙгә ишек төбөндәге егеттәр, ахырҙа ризалыҡ булды - эскә үттек).