Ниндәй долинаны белешәләр, ҡалала ниндәй билдәле үҙән бар икән тип береһе лә аптырамаҫ, моғайын (магазиндың исеме икенсе төрлөгә әйләнһә лә, һаман уны элеккесә атай ҡайһы берәүҙәр). Әле генә яҙҙылар - кисә 50% ташлама менән һаталар тип, кешенең күҙен ҡыҙҙырҙығыҙ, йә, һөйләгеҙ, нисек унда хәлдәр, халыҡ бер-береһенең өҫтөнә менеп китә яҙып сиратта торамы?
Барҙыҡ беҙ. Тәүҙә, ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, йә былар арзанды эҙләп килгән икән, бахырҙар тип әйтер берәйһе тигән уй тотоп торһа ла, түҙеп ултырып буламы ни - киттек. Көҙгөлөккә куртка кәрәк, йылы ыштан, бәлки, үтә арзанға һатһалар, тағы нимәлер тотоп ҡайтып булыр.