Шулайыраҡ килеп сыҡты - Илкәнәй янындағы сүпте ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Теге көн, Рөстәм Вахитов башлыҡ эшенән киткәндә үк, был өйөмдәргә иғтибар иткән инек. Әммә ваҡыт тар, туҡтап йөрөп булманы. Эстән генә: елле итеп ниндәйҙер төҙөлөш башлағандар ахры тигән уй килде (ҙур машиналар ташый ине) һәм онотолдо. Кисә ялыу яҙмаһалар, бәлки, һаман һаңғырау һәм һуҡыр килеш ултыра бирер инек.
Бөгөн Илкәнәйҙе баҫып ала башлаған сүпте тейәйҙәр. Ҡыҙыҡ, ҡайҙа алып барырҙар икән?