Бөтә яңылыҡтар
10
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
20 Ғинуар , 16:58

Рәхмәт һиңә, Кеше!

Молокан ауылында былтыр йыл аҙағында ғына йорт янды.

Рәхмәт һиңә, Кеше!
Рәхмәт һиңә, Кеше!
Күп балалы ғаилә, етмәһә, аталары һуғышта. Бәхеткә, сабыйҙар ҙа, әсә кеше лә иҫән ҡалды. Ялан аяҡ тиерлек янған йорттан сығып ҡасҡайнылар. Донъяла һәйбәт кешеләр күп (Кеше тип ҙур хәреф менән яҙырлыҡтары күп), тиҙ арала ярҙам ойошторолдо, аҡсалата ла, кейем-һалым, йорт ҡаралтылары яғынан да ярҙам ҡулы һуҙыусылар күп булды. Иң шәбе - ғаиләгә йорт табылды. Дөрөҫөрәге, уны һатып алдылар ("Юшатыр" гәзите был турала ла яҙҙы). Радий Хәбиров был йәһәттән үҙе тотондо - аҡсаны республика бүлде. 
Бына килеп, Еникеевтар ғаиләһе барсаһына рәхмәт әйтә. 
...Бөгөн көн ауыр булды, үҙегеҙ күрәһегеҙ, төркөмдә йылмайып-көлөп уҡырлығы аҙ. Көн аҙағында, кемдеңдер ҡыуанып ултырғанын күргәс, күңелгә, аҙ ғына булһа ла, рәхәт булып китте.
Яңы йортта бәхетле тормошта ғына йәшәргә яҙһын һеҙгә, Еникеевтар. 
Автор:
Читайте нас: