Район хакимиәтендә ултырғанда эштән шулай тип шылтыраттылар.
Бындай хәл йыш ҡабатлана, аптырайһы түгел, әммә һөйләмдең аҙағы бер аҙ ғәжәпкә ҡалдырҙы: судҡа бирәм, шәберәк ҡайтһын тинеләр.
Суд менән дә аптырарлығы юҡ, әлбиттә, судлашҡан мәлдәр ҙә булды. Әммә был юлы барыбер бер аҙ ҡаушатты ахры: эш балаларға бәйле.
Шәбағыш ауылында йәшәгән, күп балаларҙы аҫрауға алған ғаилә тураһында беҙҙә мәҡәлә баҫылғайны. Уныһы беҙҙеке түгел, НТВ, "Аргументы и факты" материалы, һылтанма уларға бирелгәйне. Әммә, ошо мәҡәлә ҡуйылыу менән беҙгә Татьяна Сергеева шылтыратып, ризаһыҙлыҡ белдерҙе, аңлатып ҡараныҡ, шулай-шулай, мәғлүмәттең сығанағы бирелгән, беҙҙең ни ғәйеп? Аңлағандай итте. Торараҡ Мәскәүҙән шылтыраттылар, Шәбағышҡа киләбеҙ, беҙҙең менән һеҙ ҙә барығыҙ, репортаж эшләгеҙ, Сергеевтарға нахаҡ бәлә яғалар, - шылтыратҡан кеше адвокат ине...
Бына бөгөн Татьяна үҙе килгән. Мин ҡайтҡансы һыуындымы икән, тыныс ҡына һөйләштек. Ҡатын, әлбиттә, илап та алды.
- Мин уларҙы ошолай булып үҫһендәр тип тәрбиәләмәнем дә баһа... Үҙ әсәләре ҡарамағанды, ташлағанды алып үҫтерҙем. Бер ҡыҙ баланы атаһы дүртенсе ҡаттан ырғытҡан, ул да әле миндә, ауырыу. Алған балаларым бөтәһе ла һау түгел, күпме ҡыйынлыҡтар менән уларҙы үҫтергәнде бер мин беләм дә Алла белә. Оятһыҙҙар. Улар кеше булып үҫһен, сирҙәрен еңһен, башҡа һау балалар кеүек, белем алһын тип, күпме тырыштым. Һәм бына килеп... Әле мин Донбасстан килгән биш баланы ла алдым, аталарын үлтергәндәр, әсәләре лә юҡ.
Телевидениела тапшырыу сығыу менән бөтәһе килеп ябырылды, үҙеңдең дөйә түгеллегеңде иҫбатлап ҡара, арыным. Балалар илаша, әсәй, беҙҙән баш тартып ҡына ҡуйма инде, детдомаға барғыбыҙ килмәй, тиҙәр. Беҙҙең ғаиләнең нисек йәшәп ятҡанын бөтәһе лә белә, килегеҙ, ҡарағыҙ, хет көн дә килеп тикшереп торорғоҙ тип, тикшереү органдарына әйттем. Йәшерәһебеҙ юҡ. Һеҙҙең ғәйеп юҡлыҡты ла аңлайым, тик ҡайҙа барып төртөләйем, беҙгә ҡаршы булған элекке аҫрау ҡыҙым, уның яңы туғандары миңә янап шылтырата, яҙалар.
Тиҙҙән телевидениела тағы бер тапшырыу була. Һеҙгә үтенесем: барыһын объектив яҡтыртып барығыҙ, был тарихҡа ҡасан да нөктә ҡуйылыр, шунда ла яҙығыҙ. Кем хаҡ, кем пак икәнен күрһәтеп.
Мәскәүҙән шылтыратҡан адвокат "Юшатыр"ға, беҙ килгәс, бергә барып репортаж яһарбыҙ тигәйне. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, адвокаттың үтенесе буйынса, урындағы телевидениеға ла өндәштек, улар ҙа барырға риза булды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫарының телефонын бирҙек, ул да, бәлки, барырға ваҡыт табыр.
Татьяна сығып китте. Барыһы ла аңлашылды кеүек булһа ла, ниңәлеп үҙебеҙҙе барыбер нимәләләер ғәйепле һымаҡ тойоп ултырып ҡалдыҡ.