БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
25 Март 2025, 11:04

Бипелдәп тик тора

Рәмилә апайыбыҙға Рәхмәт хатын алып ҡайтып биргәндәр икән.

Бипелдәп тик тораБипелдәп тик тора
Бипелдәп тик тора

Бөгөн Культура көнө, уны ла бүләкләгәйнеләр, үҙе була алманы, Зәк-Ишмәткә алып ҡайтып тапшырғандар, рәхмәт төшкөрҙәре.
Беҙ Р. Аҡбәрованы байрамы менән ихлас ҡотланыҡ. Әммә апайыбыҙҙа байрам ҡайғыһы бик юҡ - ауылда телефондан шылтыратып булмай, бына инде 11 көн һуҡыр һәм һаңғырау булып ултырабыҙ, ти.
Беҙ был турала яҙған инек: Зәк-Ишмәттә МТС ҡына тота, шул оператор ҡапыл ғына юҡҡа сыҡҡан, айфон, смартфондар һин дә мин эшләй, ә бына кнопкалы телефондар өнһөҙ ҡалған.
- Бында ярты ауыл кнопочный менән йөрөй. Баш ҡатҡан, ҡайһы бер инәйҙәрҙең балалары һуғышта, улар ҙа улдары менән һөйләшә алмай ултыра. 
Аптырағас, йәнә бер ҡат Руслан Әминевҡа, район башығы урынбаҫарына шылтыраттыҡ, Рәмилә апай һөйләшкәнде теге оста тыңлап ултырҙы. 
- 88002500990 тип шылтыратһындар ҙа плюс 4 һанын өҫтәһендәр, МТС уларҙы геолокация буйынса таба, сигналды ҡарай, юғиһә, мин Ермолайҙан шылтыратһам, һеҙҙең бәйләнеш бар ти ҙә ҡуя. Ҡайҙан шылтыратҡандарын, Зәк ауылын күрһен МТС, файҙаһы булыр, бәлки...
Булманы. Рәмилә апай әйткән һандарҙы йыйып ҡараған, бипелдәп тик тора, ти... 
Аптыраҡ. Инде был ысул да килеп сыҡмағас... Тағы берәй юлын уйлап ҡарарбыҙ. 

Автор:
Читайте нас