Нисәнсе көн рәттән тормош иптәшем менән яландар ҡыҙыра торғас, кисә ниһәйәт Зәк-Ишмәт менән Таймаҫ араһында күреп ҡалдыҡ малдарыбыҙҙы, тик ҡыҙғанысҡа алып ҡайтып еткергән ерҙән кире сығып ҡастылар. Иртән барһам шул уҡ урында йөрөйҙәр. Шунан ҡыуышырға ауылдан күберәк кешеләр табып, бөгөн иртән иҫән-һау ҡурабыҙға алып ҡайтып еткерҙек.
Ат эҙләүҙә ярҙам иткән, уларҙы алып ҡайтырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Таймаҫ ауылы егете Аҙнабаев Радикка рәхмәт, ул беҙгә атын биреп торҙо. Вафир ағайҙың ейәне Илгизгә (фамилияһын онотҡанмын ҡапыл ғына), бажам Хөсәйенов Илнурға, туғаныбыҙ Хөсәйенов Айгизгә, кейәүем Әлибаев Вадимға, Мазитов Ислам улыма, Зәк-Ишмәттән Зәйтүнә һәм Наиль Ишмөхәмәтовтарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Бөгөн ярҙамға һауанан төшөрә торған камераһы менән Мөрсәлимова Зинфираның улы ла килергә тейеш ине, уларға ла һүҙһеҙ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт.
Юшатыр гәзите һеҙгә лә ҙур рәхмәт, һәр ваҡыт тиҙ арала яҙып, мәғлүмәтте таратып, ярҙам итәһегеҙ.
Тапҡан кешегә һарыҡ бирербеҙ тип һүҙ биргәйнек, әле Гөлнур менән кәңәшләшеп алдыҡ та, һарыҡты ҡорбан итеп салып, атай-әсәйһеҙ балаларға, мохтаждарға таратып бирергә булдыҡ.
Аллаға шөкөр, ер йөҙөндә изге уйлы, ярҙамсыл кешеләр етәрлек икән, шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.