Кинйә-Абыҙ ауылы егете, кесе лейтенант, танк взводы командиры, МХО ның тәүге көнөнән башлап хәрби хәрәкәттәр зонаһында хеҙмәт итеүсе Динис Булат улы Шәрипов Ҡыҙыл майҙанда фашизмды Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәрби парадта ҡатнашты. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Динис Батырлыҡ орденына, Жуков миҙалына, "Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн"миҙалына лайыҡ булды. Беҙ ҡыйыу яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уға һаулыҡ, хеҙмәтендә уңыштар, һәм еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Музей Кинзи-Арсланова