Бөтә яңылыҡтар

Юлдарыбыҙ харап

Маяҡ май заводы кәрәкте бирә.

Юлдарыбыҙ харап
Юлдарыбыҙ харап

Әллә ҡасандан алып, ошо завод пайҙә булғандан бирле, һөйрәлеп килгән бәлә ул  - юлдар. Был турала беҙ әллә нисә тапҡыр яҙҙыҡ (бер мәл хатта ауыр йөклө машиналарҙың юлдарын быуыуға тиклем барып етә яҙҙылар, юлдарына сөй-тимер-томор ырғытып та маташтылар), проблема хәл ителмәне. Дөрөҫөрәге, ителде һымаҡ булды - Тимер юл урамына асфальт түшәнеләр, исмаһам, саң туҙмаҫ. Әммә күпкә сыҙаманы был юл, әле вайран булып та ята. Көнөнә 150 самаһы машина үтә, быға бер ниндәй ҙә юл түҙә алмаҫ. Күмертау, әйткәндәй, май заводы машиналарына юлды япты, знак ҡуйҙы ла, мәсьәләне хәл итте. Ә район? Әле аптыраш хәлдә...
Материал тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас