Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, һәр яҡлап ярҙам иткән барлыҡ туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, күршеләребеҙгә, шулай уҡ Таймаҫ ауылы халҡына сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Айырым рәхмәттәребеҙҙе туғаныбыҙ Гүзәлиә Алтынбаеваға белдерәбеҙ, ул барлыҡ әҙерләнеү эштәрен үҙ өҫтөнә алып, барыһын хәстәрләп туғаныбыҙҙы һуңға юлға оҙатыуҙы еренә еткереп ойошторҙо. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Барлыҡ туғандары исеменән Сәғит Солтангәрәев.