- Ауылда почтальон юҡ. Шәмбе көнө килә торған гәзитте һаман булһа, тәҙрәнән күҙҙе алмай, көтөп ултырабыҙ.
Яңы Таймаҫтан Сәмәрә апай был. Юҡ-юҡта эс серҙәрен бүлешеп ала шулай. Йыш ҡына уның һорауына яуап табабыҙ, әммә был юлы... Почта бәләләренән баш тубалдай булды. Кем хәл итер уларҙы, һис юғы, хәл итеп ҡарайым тип маташыр – белмәйбеҙ. Мәләүезгә, почта бүлексәһенә, яҙҙыҡ. Эшләргә кеше юҡ, эҙләйбеҙ тинеләр. Тора-бара беҙ, Юшатыр гәзите, Таймаҫты юғалтырбыҙ, буғай. Почта эшләмәгәс, кем беҙҙе алдырһын? Таймаҫ ҡына түгел, башҡа ауылдарҙы ла юғалтырбыҙ (Әйткәндәй, был бәлә - почта эше - Күмертауҙа ла ныҡ ҡырҡын тора). Иң аяныслыһы – беҙ бер ни ҡыла алмайбыҙ. Почта кеше эҙләй, беҙ ҙә Кеше эҙләйбеҙ, ҡулында власть булған, Почта проблемаһын хәл итә алған кешене. Юғиһә, беҙҙең өсөн донъя, донъя өсөн беҙ юҡҡа сығасаҡ.