Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
15 Февраль , 09:39

Ябыҡ ишек

М. Кәримдең данлыҡлы «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында әҫәр геройының Оло инәһе ауылдаштары менән бәхилләшә. Кендек әбейе булғас, ул барыһын да яҡты донъяға ҡабул иткән, Келәштең һәр береһенең кендеген киҫкән инәй. Теге донъяға йыйынған әбей бөтәһенә фатихаһын бирә, теләктәрен теләй. Тик бер кешегә генә уның ризалығы булмай. Теге бәндә, юҡ-юҡта, әсәһенә ҡул күтәрә икән, шуға Оло инәй бындай кешегә минең фатихам юҡ, ти....

Ябыҡ ишек
Ябыҡ ишек

Ниндәй генә милләткә ҡарамаһын кеше, ул Әсәне изге затҡа тиңләй, шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Анаға ҡул күтәргән, рәнейткәнде хатта төрмәлә ултырғандар ҙа хупламай. Ҡыҙғанысҡа, ысын тормош – матур йыр түгел, ҡайһы саҡта, әсәләргә бәйле, йәнде өшөтөр хәлдәр ҙә була.

Күмертауҙағы был ваҡиға хаҡында, әле рәсми хәбәр булмаҫ элек, имеш-мимеш таралды. Әммә быны күңел ҡабул итмәне, кеше ышанмаҫты ысын булһа ла һөйләмә, әҙәм балаһы юҡты ла бар итә торған, бәләкәй генә ваҡиға булғандыр ҙа, уны, ҡабартып-ҡабартып, һүҙ тараталарҙыр.

Тик ысынға сыҡты барыһы ла. Ҡаланың Беренсе май урамындаға бер йортта ҡот осҡос енәйәт ҡылынған. 25 йәшлек егет әсәһен үлтергән. Егет фатирҙа бер үҙе йәшәгән, Күмертау тарихында ҡара хәрефтәр менән яҙылыр был көндө уның янына әсәһе килә, күрәһең, улына, балам, артабан былай йәшәргә ярамай тип, бикле күңелен яҡты, матур донъяға асырға тырышҡан. Кухняла өҫтәл артында ултырған әсәне балаһы, ғауағалашып киткәс, балта менән сапҡылай, аҙаҡ, үҙен донъяға яратҡан кеше йән биргәс, кәүҙәһен тураҡлай ҙа уларҙы төрлө һауыттарға тултырып ҡуя. Аҙағыраҡ әсәнең башынан, ҡул-аяҡ, башҡа ағзаларынан ҡотолормон тип уйлай. Фатирҙы йыуып-таҙартып ҡуя. Был хәл февраль айы башында була. Енәйәт асыла (телефонын алмаған ҡатында яҡындары эҙләй башлай). Егетте ҡулға алалар, ике айға төрмәгә бикләйҙәр...

Енәйәтсе йәш кешене таныштары ул һәйбәт малай ине тип һөйләй. Нескә күңелле ине ул тиҙәр, хатта урамда ас йөрөгән бесәй балаларын, йәлләп,  алып ҡайтып ашата ине. Тик бер мәл ул нилектәндер һынды, ябылды. Фатирынан тышҡа бөтөнләй сыҡмай башланы. Тәҙрә ҡорғандарын ябып, бикләнеп, алты йыл яҡты донъяға күренмәй йәшәне, тип иҫкә алалар. Һәм бына, был былай ҙа күңелһеҙ тарихтың аҙағы бөтөнләй ҡырағайҙарса тамамланды. Аҡыл яғынан егеттең барыһы ла теүәлме (ул психи сир буйынса иҫәптә торған, ти белгәне), быныһын да тикшерәсәктәр.  

Был ваҡиға әллә күпме һорауҙар тыуҙыра. Кеше күңеле – даръя, унда нимәләр ятҡанын белеп булмай. Был осраҡта янда ғына йәшәгән ябай егет енәйәтсегә тиклем ниңә барып еткән (кемде, әсәнең үҙен вәхшиҙәрсә үлтергән), ниңә үҙ-үҙенә бикләнгән, нилектән ябыҡ ишектәргә береһе лә асҡыс таба алмаған?  Алты йыл буйына донъяларҙан ваз кисеп (йәш бит ул, нәҫел айғырылай йөрөр сағы), ултырғанында, йәл, кәрәкле һүҙ әйтелмәгән, кәрәкле аҙым эшләнмәгән. Ул саҡта был күңелһеҙ яҙманы яҙырға тура ла килмәҫ ине.

Был тарих әле тамамланмаған. Төрлө тикшеренеү, экспертизалар, суд булыр. «Юшатыр» был темаға, тимәк, тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡ.  

Автор:
Читайте нас