Бөтә яңылыҡтар
БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
28 Февраль , 12:42

Бәләкәй ауылда ҙур байрам

Бәләкәй ауылда ҙур байрам 27 февралдә минең ауылым Иҫке Морапталда халҡыбыҙҙы айыҡ тормошҡа әйҙәгән бик мәғлүмәтле, ҙур сара үтте.

Бәләкәй ауылда ҙур байрам
Бәләкәй ауылда ҙур байрам

Ауыл халҡы ойошҡанлыҡ, теләктәшлек күрһәтеп әүҙем күтәреп алды.
Өфөнән, Ырымбур өлкәһенән (ҡоролтайҙан) ҡунактар килде, улар бик эстәлекле сығыштар яһаны. Ауылым халҡы үҙҙәренең ҡунаксыллығы, киң күңеллелеге, башҡорт аштары менән ҡаршы алды килгән ҡунактарыбыҙҙы, үҙебеҙҙең артистарыбыҙ сәхнәлә сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Төрлө уйындар уйнап, костер яғып, түңәрәктә әйләнеп, берҙәмлек-Айыҡ ауыл байрамы, түңәрәк өҫтәлдә бергәләп сәй эсеү менән тамамланды. Ошо айҡанлы, ошондай матур сараны үткәргән ойоштороусыларға, ауыл халҡына, беҙҙе хөрмәт итеп килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Иҫән-һау булайыҡ! Берҙәм булайыҡ!
Ғәлиә МИФТАХОВА

Автор:
Читайте нас