Иң мөһиме - иҫән-һау

Ермолаеволағы юғалған ҡыҙ табылған.

Иң мөһиме - иҫән-һауИң мөһиме - иҫән-һау
Иң мөһиме - иҫән-һау

Кеше хәҙер күп юғала, заманы икенсерәк: ҡулда телефон, шулай ҙа, кемдер ғәйеп була ла ҡуя (сәбәптәре лә төрлөлөр). Элек бала сыҡты китте, ҡайҙа йөрөй, нисек йөрөй, белгән юҡ, интернет та, телефон да юҡ. Айҙар, аҙналар үткәс, ҡайтып керһә, Аллаға шөкөр тип йәшәлде.

Хәҙер... Юғалыуы була бөтә Донъя ҡуҙғала: юҡ булды, табышығыҙ. Һыуға батҡандай булған кеше (бигерәк тә, балалар) шунда барам, бында булам тип хәбәр итһәләр бик шәп булыр ине, әммә, үҙебеҙ ҙә ҡасандыр бала инек, аҡыл яғы һайыраҡ, ҡан ҡыҙыуыраҡ мәл - дыумаллыҡ көслө, уйламағанды эшләп ташлай йәштәр. 

Ә Алина табылған. Ҡайҙа булған, нимә эшләгән (моғайын, эш боҙмағандыр тип ышанғы килә), быныһы әллә ни мөһим түгел, иң мөһиме - ул иҫән. 

Автор:
Читайте нас