БАҪЫЛҒАНҒА ҠАЙТЫП
9 Апреля , 02:31

Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала

Күмертауҙа юғалған балалар табылған.

Эй, хыялый, һантый ҡыҙ балаЭй, хыялый, һантый ҡыҙ бала
Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала

Тәүҙә бер ҡыҙ ғына ғәйеп булған тигән инеләр, аҙағыраҡ йәнә бер ҡыҙ ҙа юғалған тигән яман хәбәр булды. Улар икәү бергә булған тип тә әйттеләр – Вика, Снежана. Көпә-көндөҙ. Шуныһы шаҡ ҡатырҙы, әллә ниндәй насар уйҙар уятты. Бындай мәлдә башҡа тәүҙә уйҙың аламаһы килә.

...Алыҫ 1990 йылдарҙа Ишембай гимназия-интернатынан ике ҡыҙ, әллә ҡайҙа сығып китеп, юғалғайны. Ауылдан килгән балалар бит былар, Ишембайҙан ары киткәндәре булмаған -  ҡала, барлыҡ республика зыҡ ҡупты, ул мәлдә әлеге һымаҡ интернет юҡ, бөтөн Донъяға яр һалып булмай. Гимназия етәкселегенең сәстәре ағарғандыр, бәхеткә, ҡыҙҙар табылды – улар телевизорҙан матур тормошто күреп, ҡыҙығып, ана шул матурлыҡ артынан сыҡҡан да киткәндәр. Бында нисек: тышҡа ҡараһалар, ҡотһоҙ, фәҡир тормош, ә экранда бөтөнләй икенсе донъя – матур кейенгәндәр, ҡыйбатлы машиналарҙа йөрөйҙәр, бай, сибәр егеттәр һәм... диңгеҙ. Ҡыҙҙарҙың диңгеҙҙе күрәһеләре килгән. Һантый саҡ, унда, йыраҡта, диңгеҙ буйҙарында уларҙы береһе лә көтөп тормағанын аңларға баштары етмәгән.

Күмертау ҡыҙҙары ла табылған. Ике көн буйы ҡайҙа йөрөгән, баштарында нимә булған – быныһы ҡараңғы. Бәлки, башҡаларға (бүтән ҡыҙҙарға һәм ата-әсәләргә) һабаҡ булһын өсөн ниндәй маҡсат, уйҙар менән был аҙымға барғандарын һөйләһәләр, һәйбәтерәк булыр ине.   

Был теләк кенә, ә әлегә ҡыҙҙарыбыҙҙың имен-аман өйҙәренә ҡайтыуына ҡыуанабыҙ – тарихтың аҙағы, әкиәттәге һымаҡ, һәйбәт тамамланыуын күреүе ҡалай рәхәт.

Автор:
Читайте нас