

Шәп байрам ул, Яңы Мораптал активистары-мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәренең фиҙаҡәрлеге арҡаһында үткәреклеп килгән сараға, кемделер саҡырмай ҡалһалар, үпкәләй торғандар- ҡалай шәп ял иткәнһегеҙ, ниңә был тормош байрамына беҙҙе лә саҡырманығыҙ, беҙҙең башҡаларҙан ҡайһы еребеҙ кәм?
Быйылғыһы 11 июндә була тинек, иртән үк башлана, сәғәт унда. Шуныһы ғына эсте тырнай: ямғыр кәртә булмаҫмы, кәйефтәрҙе боҙмаҫмы? Яуа ҡалһа, хәйер, ҡыуыштар бар, эш һауа торошонда түгел, күңел торошонда.