Ҙур Ҡорбан
байрамына. Әммә бүләк алырға тейеш кешебеҙ килмәгән булып сыҡты - сирләңкерәп тора тине Яҡшымбәт ауылы имамы Фәрхәт хәҙрәт. Һин эҙләнең далала, мин эҙләнем ҡалала тигән кеүек килеп сыҡты, беҙҙең кешебеҙ аҙаҡ килеп еткән икән, беҙ ҡайтып китеп өлгөргәйнек.
Азат Ғәлиев, Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы, ошо һөнәре менән берлектә, башҡа әллә күпме ижтимағы эште лә башҡарған кеше.
Имам-хатиб барыһын бер үҙе генә тарта алмай, янында мотлаҡ ярҙамсыһы ла булырға тейеш, ә Азат Зөлфәҡәр улы мәсет янынан киткәне юҡ, унһыҙ ауылда бер изге эш тә башҡарылмай.
Ошоно күҙ уңында тотоп, уны бүләкләгәйнек тә.
Ҡотлайбыҙ! Һәр саҡ әлегеләй сирҙе, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп, исемегеҙ есемегеҙгә тап килеп, азат булып йәшәргә яҙһын, Азат!